Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үҙенсәлекле премьера

«Осоусы карап» мюзиклы 24 мартта киң тамашасы хөкөмәнә сығарыла. Мөхәббәт, бәхет хаҡындағы йылы һәм сағыу тарих балаларға ла, өлкәндәргә лә яҡын.

Мюзикл күңелсәк принцесса, торба таҙартыусы Ваня, Мәскәй әбей, Һыуһылыу мажараларына ҡоролған. Мажаралар батша ғаиләһендә иң төп ваҡиға берҙән-бер ҡыҙын уңышлы, бай сауҙәгәр Полканға кейәүгә биреп бөлә төшкән ҡаҙнаны байытыу. Батшаның яратҡан ҡыҙы Күңелсәктең ҡулын һораусы сауҙагәр ҙә үҙ маҡсатын аныҡ билдәләгән. Музыкаль пьеса Максим Дунаевский әҫәренә таянып яҙылған.

Филипп Разенков, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры, «Осоусы карап» мюзиклының ҡуйыусы режиссеры: «Бөтәһенә лә таныш һәм яҡын әкиәткә яңы персонаждар өҫтәлде. Сағыу мюзиклды өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡарай ала. Балаларға ысын әкиәт мөғжизәләрен тыуҙырырға тырыштыҡ. Бер сәғәт буйына барған премьеранан тамашасы онотолмаҫ тәьҫораттар алыр,тип ышанам».

Сағыу декорациялар, рус милли стилендә тегелгән сәхнә кейемдәре, ҡыҙыҡлы мезансценалар һәм әлбиттә, актерҙарҙың юғары оҫталығы мюзиклды беҙҙең заманға күсерә. Ҡыҙыҡлы репликалар, төп геройҙар батша ҡыҙы Күңелсәк менән торба таҙартыусы егет мөнәсәбәттәре ысын мөхәббәткә тиклем үҫтерелә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова