Хәл-ваҡиға Салауат ҡалаһының Островский урамында була. Мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә баҫтырылды.
Шаһиттар билдәләүенсә, трактор ер эштәрен башҡарырға тейеш булған. Боролған саҡта уң тәгәрмәсе менән соҡорға төшөп китә. Ҡазаланыусылар юҡ.
Тракторҙы махсус кран ярҙамында сығарғандар.






