Улар Донъя халыҡтарының мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашасаҡ. Сара 31-се мәктәп нигеҙендә ойошторола.
Стәрлетамаҡҡа улар Кот-дИвуар, Конго, Кения, Мысыр, Колумбия һәм Венесуэлланан килде. Ҡунаҡтарҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы талиптары ҡаршыланы.
Фестиваль программаһында бөгөн ике майҙансыҡ ҡаралған: “Халыҡтар дуҫлығы әйләне” һәм “Рәсәй уҡыусыларының донъяһы”.






