Кирово-Чепецк ҡалаһында триатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Алексей Ямбаев, Арыҫлан Ғөбәйҙуллин һәм Родион Михайловтан торған Башҡортостан йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы.
Ҡышҡы триатлон буйынса Рәсәй Кубогында Родион Михайлов көмөш, ә Алексей Ямбаев менән Брий Айгузин бронза алдылар.





