Пенза ҡалаһында Волга буйы федераль округының йөҙөү чемпионаты үтте. Ярышҡа Рәсәйҙең 14 төбәгенән спортсылар йыйылды.
Башҡортостан намыҫын Өфө һәм Салауат ҡалалары спортсылары яҡланы. Полина Егорова арҡала йөҙөү буйынса 200 метрлыҡ дистанцияла алтын, 100 метрлыҡ арауыҡта көмөш миҙал яуланы. Дмитрий Минеев 1500 һәм 800 метрлыҡ арауыҡтарҙа бронза алды. Лия Нәғимова 50 метрлыҡ дистанцияла өсөнсө урынға лайыҡ булды.





