Дәүләт Думаһының транспорт һәм төҙөлөш буйынса комитет депутаттары ауыл-ҡала ситтәрендә рөхсәт ителгән тиҙлекте сәғәтенә 110 километрға тиклем күбәйтергә тәҡдим итә.
Әлеге ваҡытта тиҙлек сикләүҙәре сәғәтенә 90 километр.
Законопроект буйынса ниндәйҙер һығымталар яһау әле иртәрәк. Был тәҡдимгә ҡарата Автоинспекция фекер белдермәне.





