22 марттан 24 мартҡа тиклем Өфөлә SIOFF конгресы комиссияһы тикшереүҙәр үткәрә. Улар 2018 йылдың сентәбрендә уҙасаҡ Бөтә донъя СИОФФ конгресы һәм 2020 йылда ойоштороласаҡ Фольклориаданың майҙансыҡтарын ҡарай.
Әлегә комиссия ағзалары Конгресс-холлды ҡарап өлгөрҙө. Өфөнөң юғары кимәлдә әҙерләнәсәгендә шик юҡ, тип белдерәләр улар.





