Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһындағы закон үҙгәртелде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында» законына үҙгәрештәр индерҙе.

Фото №1 - Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһындағы закон үҙгәртелде

Яңы закон республикала аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең ентекле механизмын билдәләй.

Хәҙер ауыл хужалығы производствоһына дәүләт яҡлауын, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләүҙе, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өлкәһендәге дәүләт программаларын финанслауҙы, ауыл хужалығы производствоһына инвестициялар йәлеп итеүҙе, федераль ҡануниәткә һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы хаҡтарҙы дәүләт көйләүен һәм башҡа сараларҙы күҙҙә тота.

Бынан тыш закон проекты аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге республика дәүләт власы органдарының вәкәләттәрен конкретлаштыра.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай матбуғат-хеҙмәте мәғлүмәте.

Волна
Акции БСТ