Башҡортостанда кишер, картуф һәм кәбеҫтәнең хаҡы артҡан

Был турала Башҡортостанстат хәбәр итә. Кишер хаҡы 6,3% процентка күтәрелгән, хәҙер бер килограм кәмендә 26 һум тора. Картуф хаҡы 5,5% үҫкән, уның да килограмы яҡынса 26 һум. Кәбеҫтәнең 2,2% ҡиммәтләнеүе күҙәтелә (18 һум).

Фото №1 - Башҡортостанда кишер, картуф һәм кәбеҫтәнең хаҡы артҡан

Шулай уҡ он, алма, ҡарабойҙай, һуған һәм туңдырылған балыҡтың хаҡтары яйлап күтәрелеүе күренә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ