Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы” конкурсы уҙғарыла. Конкурстың һайлап алыу турын төрлө муниципалитеттарҙан 141 педагог үткән.
Конкурс киләһе аҙна дауамында барасаҡ. 31 мартта М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт драма театрында йомғаҡлау тантанаһы ойошторола.
Шулай уҡ конкурс сиктәрендә 29-30 мартта “Тамашасылар һөйөүе призы” өсөн интернетта тауыш биреү ҡуҙғатыла.





