Терроризм тураһында шаяртмайҙар

Мишкә районында йәшәүсе 40 йәшлек ир террор тураһында ялған мәғлүмәт биргәне өсөн ике йылға иркенән яҙҙы.

Бөрө ҡалаһының район-ара суды матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың 21 сентябрендә ир иҫерек килеш өйөнән Мишкә районы полиция бүлегенә шылтыратып Татарстандың Бөгөлмә ҡалаһында шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә. Был мәғлүмәт уйҙырма булып сыға.

“Шаян” ирҙе ике йылға төрмәгә оҙаттылар.