Һаҡ булығыҙ – бурҙар

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: машиналарҙы ҡарҙан таҙартҡан ваҡытта салондан әйбер урлашыу осраҡтары күбәйгән.

Фото №1 - Һаҡ булығыҙ – бурҙар

Бөгөнгө көндә бурҙарға кеше машинаһына инеү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Улар машина хужаларының сигнализация кодын уҡыйҙар. Бындай сигнал машинаны бикләгәндә йә двигателен тоҡандырғанда ебәрелә.

Әлеге ваҡытта урлашыу сценарийҙары яҡынса ошолай үтә: водитель машинаһын ҡарҙан таҙартҡан саҡта бурҙар урын ишеген бикләй. Хужа запас асҡыстар артынан барып килгәнсе ҡараҡтар автомобилдән барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе сығаралар. Уларға бер салонды “таҙартыу” өсөн 30-40 секунд ваҡыт етә.

Полиция хеҙмәте барлыҡ граждандарҙы уяу булырға саҡыра.

Волна
Акции БСТ