Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә

Үткән тәүлектә Башҡортостанда ун ике авария теркәлгән, уларҙа ун өс кеше яраланған.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 3400 юл-хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең боҙолоу осрағын теркәгән. 32 иҫерек водитель тотолған.