Һауа температураһының урыны менән 3 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғырлы яуым-төшөм артыуы, айырым райондарҙа еңелсә буран сығыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға, дистанция һаҡларға һәм тиҙлек режимын арттырмаҫҡа саҡыра.





