Рәсәйҙә гидрометеорология хеҙмәтендә эшләүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостанда тәүге метеорологик күҙәтеүҙәр 18-се быуат аҙағында башлана. Әйтәйек, 1780 йылдан Өфөлә һауа торошо күренештәрен тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнгән Ребеллинский яҙып барған, уның эшен дарыуханасы Боссе дауам иткән.

Шулай уҡ медицина университеты биләмәһендә урынлашҡан элекке ир-егеттәр гимназияһында, Телеүҙәк янындағы станцияла ла метеорологик күҙәтеүҙәр алып барылған. 1877 йылда баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы янында гидропост асылғандан һуң һыу кимәлен ҡарауҙа төрлө приборҙар ҡулланыла башлай. Был биләмәләге эшмәкәрлек бөгөнгәсә дауам итә. Бынан тыш, Өфө-Дим аэрология станцияһының да атмосфера үҙгәрештәрен билдәләүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Һауанан яҡынса ун дүрт тапҡырға еңелерәк газ - водородты технологик яҡтан етештереү процессы үтә лә ҡатмарлы, грамына тиклем химик элементтарҙы теүәл үлсәп газ генераторына һалырға кәрәк. «Өфө-Дим» аэрология станцияһында бының өсөн бер нисә баллон ҡулланыла. Водород ярҙамында артабан шар тултырыла. Тәү ҡарашҡа, ябай ғына күренһә лә, тәғәйәнләнеше Бөтә донъя метеорология хеҙмәте өсөн бик мөһим. Шарға контейнер беркетеп ебәрелә, уның эсендәге приборҙар атмосфералағы үҙгәрештәрҙе теркәүгә ҡулайлаштырылған, һауа температураһын, дымлылыҡ кимәлен, елдең тиҙлеген һәм башҡа параметрҙарҙы билдәләп бара. Станция хеҙмәткәре Фәнил Әминев әйтеүенсә, метеозондты күккә ебәргәндә графиктан тайпылырға ярамай, донъялағы барлыҡ пилотһыҙ аэростаттар бер үк ваҡытта осорола.

Елдең көслө булыуы метеозондтың осоп китеүенә йыш ҡына ҡамасаулай,-ти белгестәр. Сымдарға эләккән осраҡтары бар. Шул уҡ ваҡытта күктә осҡан был пилотһыҙ аэростатты күптәр НЛО тип тә ҡабул итә. Әйткәндәй, шарға бәйләп ебәрелгән приборҙар атмосфералағы үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәтте радио аша еткерә. Компьютер мониторында метозондтың ҡайһы йүнәлештә осоуы, нисә саҡрым бейеклеккә күтәрелеүе лә теркәлеп бара.

Людмила Пахомова, радиолокация буйынса техник, аэролог: «Радиозонд 15-20 минут эсендә төньяҡ-көнсығыш йүнәлеш буйынса 29 саҡрым алыҫлыҡҡа осто. Әле ул яҡынса 11 саҡрым бейеклектә, унда һауа температураһы 51 градус түбән. Ел секундына секундына 18 метр тиҙлектә иҫә. Был мәғлүмәттәр ил авиацияһы өсөн дә бик мөһим. Уларға таянып, самолеттар күккә күтәрелә»

«Өфө-Дим» аэрология станцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары өсөн йыш ҡына экскурсиялар ҙа ойоштора. Балалар география дәресенән таныш метеорология приборҙарын күреп, белгестәргә белем кимәлдәрен күрһәтә. Елдең йүнәлешен һәм тиҙлеген билдәләүсе ҡоролма флюгер, төрлө термометрҙар, ҡар үлсәгес рейка һәм башҡа аппараттарҙың күрһәткестәрен малай-ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

Йылға-күлдәр ҙә - Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы ҡарамағында.

Өфөнөң «Дуҫлыҡ монументы» янындағы гидропост күҙәтеүсеһе Владимир Иҙиәтуллин иҫәпләүҙәре буйынса, тәүлек эсендә генә Ағиҙел йылғаһы дүрт сантиметрға күтәрелгән. Әйткәндәй, бында иртәле-кисле ике тапҡыр күҙәтеү алып барыла - белгестәр һыу кимәленең үҙгәрешен ҡарауҙан тыш, боҙ ҡатламының ҡалынлығын, һыу температураһын да теркәй.

Владимир Иҙиәтуллин, гидропост күҙәтеүсеһе: «Төбәктең һыу ресурстары 19-сы быуат аҙағында ентекле өйрәнелә башлай. Баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы янындағы был гидропост 1877 йылда ойошторола. Быуат ярымға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бында алып барылған күҙәтеүҙәр үҙенең мөһимлеген юғалтмай».

Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан йылғалары боҙҙан апрелдә генә сиселә башлаясаҡ. Барлыҡ яуаплы органдар яҙғы ташҡынға әҙер.

2016 йылда Ағиҙел йылғаһының кимәле 7,5 метрға күтәрелә. Йәғни, ул ошо билдәгә тиклем етә. Көслө ташҡындан яҡындағы шәхси йорттар зыян күрә. Быйыл иһә ҡраҙың сағыштырмаса аҙ булыуы сәбәпле Ағиҙел тыныс булыр тип көтөлә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина