Башҡортостандың именлек хеҙмәте бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Теүәл 100 йыл элек Өфөлә Бөтә Союз ғәҙәттән тыш комиссияһының төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килә. Әле ул Башҡортостан буйынса федераль именлек хеҙмәте тип атала. Илдең хәүефһеҙлеге һағында тороусылар тарихи дата айҡанлы баш ҡалала бөгөн тантаналы йыйылыш үткәрҙе. Сарала хеҙмәт ветерандары һәм әле ошо яуаплы бурысты атҡарыусылар тәрбрикләнде.

Фото №1 - Башҡортостандың именлек хеҙмәте бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Сентябрь, 1986 йыл, Өфө. Башҡа һыймаҫлыҡ был тарихтың нескәлектәре әлегә тиклем йәшерен тамға аҫтында һаҡлана. Хәрби частән ҡасҡан ике ҡораллы һалдат аэропортта Ту-134 пассажир самолетын ҡулға ала. Бортта 81 кеше. Террорсылар сит илгә осоуҙы талап итә, әммә салонда атыш башлана. Һөҙөмтәлә ике кеше һәләк була һәм лайнерҙың корпусы тишелә. Аэропорт хеҙмәткәре булып кейенгән чекист Анатолий Коцага ҡораллы дезертир террорсыларҙы бындай хәлдә һауаға күтәрелеү хәүефле икәненә ышандыра.

Чекистар самолеттан пассажирҙарҙы сығарыуға өлгәшә, был операция 14 сәғәттән ашыу дауам итә. Террорсыларҙың береһе һәләк була, икенсеһе ҡулға алына. Анатолий Коцага һәм уның хеҙмәттәштәренең ҡыйыулығы «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән баһалана. Әммә Анатолий Коцага үҙе төп награда тип ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәрен һанай. Ә бөгөн был тарих менән именлек хеҙмәте музейында танышырға мөмкин. Чекистарҙың ҡаһарманлығы хаҡында документаль фильмдар, тарихи китаптар, мәҡәләләр донъя күргән. Хәҙер был хеҙмәттең үҙ матбуғат баҫмаһы ла бар. «Ветеран» исеме аҫтында донъя күргән гәзиттә төрлө йылдарҙа именлек һағында тороусыларҙың тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында мәҡәләләр баҫыла. Чекист ул мәңгелек хеҙмәт, беҙ һәр саҡ сафта, ти улар.

Именлек хеҙмәтендә төрлө һөнәр эйәләре бар, сөнки эшмәкрлек тә барлыҡ өлкәләргә ҡағыла, ә хеҙмәткәр үҙ йүнәлешен биш бармағы һымаҡ белергә тейеш. Әлбиттә, физик әҙерлек тә мөһим, һаулыҡтың да ныҡлы булыуы мотлаҡ. Генерал-майор Денис Сибаев әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр һағалап ҡына тора, уның үҙенә террорға ҡаршы халыҡ-ара кимәлдә көрөшергә тура килә.

Хеҙмәттең исеме үҙгәрә, асылы шул килеш ҡала. Именлек хеҙмәте бөгөн дә террорға, коррупцияға ҡаршы көрәш тә төп көс булып тора, кешелектең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе тере энциклопедия һымаҡ, тик улар белгән сер туғандары ла, яҡындары өсөн дә түгел. Чекистар иңендә тотош илдең хәүефһеҙлеге. Йәғни, был һөнәр эйәләренең йөрәге ҡайнар, аҡылы айыҡ, ҡулы таҙа булырға тейеш.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ