Шул уҡ ваҡытта республика гәзит-журналдарының тиражы кәмеүе күҙәтелмәй. Бөгөн «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң 2017 йылғы эш йомғаҡтары барланды. Кәңәшмәгә район баҫмаларының баш мөхәррирҙәре йыйылды.
Һүҙ тәү сиратта предприятиеның иҡтисади һөҙөмтәлелеге һәм производство күрһәткестәре хаҡында барҙы. Сығымдарҙы ҡыҫҡартыу иҫәбенә былтыр нәшриәт йорто 50 миллион һумға яҡын аҡса экономиялай алған. Табыш та бер аҙ артҡан. Кәңәшмәлә шулай уҡ ижадсылар алдында торған көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Улар башлыса глобаль селтәрҙә аудиторияны киңәйтеүгә лә ҡағыла. Ултырышта билдәләнеүенсә, республикала Рәсәй төбәктәре араһында милли телдәрҙә иң күп баҫма сығыуын иҫәпкә алғанда ла, уҡыусылар аудиторияһының киләсәге бар.





