Өфө районының Яңы Булгаков торлаҡ комплексында төҙөлөш йәнле бара

41-се, 26-сы А йорттарҙа эштәр тамамланған. Төҙөүселәр әйтеүенсә, март аҙаҡтарында ул файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы Булгаков торлаҡ комплексында ҡайһы бер төҙөлөш объекттары 2015 йылдың сентябренә ҡулланыуға тапшырылырға тейеш була. Ярты йыл элек яңы инвестор төҙөлөшкә аҡса индергән граждандарҙың мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын эҙләй башлай.

Был йорт фатирҙарына күптән түгел канализация, электр һәм газ үткәрелгән. Шулай ҙа ҡайһы берҙәрендә етешһеҙлектәр бар әле. Уларҙы төҙөлөш барышында уҡ күреп, төҙәтеп ҡуйыу фарыз, ти бригадир Тимур Ҡөҫәпҡолов. Системалағы өҙөклөктәр иртәнге тикшереү ваҡытында асыҡланған.

Оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан һуң төҙөлөш эштәре йәнләнеүгә өлөшсөләр шатланып бөтә алмай. Александр Галичев фатирҙы ике йылдан ашыу көтә. Май байрамдарын ул ғаилә менән яңы фатирҙа ҡаршыларға ниәтләй. Шунлыҡтан фатир хужаһы көндәр йылыныу менән эске биҙәү эштәренә тотонмаҡсы.

Александр Галичев, Яңы Булгаков торлаҡ комплексынан фатир һатып алыусы: «Шатлығымдың сиге юҡ. Эстән ремонт эштәре нимә инде? Иң мөһиме йортто файҙаланыуға тапшырһындар. Сөнки бөгөн-иртәгә тигән ышандырыуҙар күптән ялҡытты».

Фатирға күсеү теләге менән тағы ла биш йөҙләгән кеше яна. Әммә төҙөүселәр ваҡытында йорттарға күсә алмаусыларҙы аҙ ғына сабырлыҡ тупларға саҡыра.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, был ике йәнәш йорт март аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 80- ләп фатир хужаһы яҡын арала йорт туйлаһа,ҡалған һатып алыусылар төҙөлөш барған торлаҡты йыл аҙағына тиклем ҡабул итә аласаҡ.

Апрелдә торлаҡ комплексындағы күп ҡатлы өс йорт та файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Әле хеҙмәткәрҙәр төҙөлөштөң һуңғы этабында, йәғни ошоға тиклем ҡаршылыҡ булып торған газ, электр тәьмиәнәте һәм канализацияны үткәреү мәшәҡәттәре менән мәшғүл.

Валерий Прудской, генераль директор вазифаһын башҡарыусы: «Беҙҙең газ буйынса бурысыбыҙ бар ине. Яңы инвестор килеп, мәсьәләне көйләп ебәрҙе. Шулай «Госстрой» компанияһы юл картаһы графигын төҙөүгә булышлыҡ итте. 41-се һәм 26-сы А йорттарына фатир хужалары киләһе шаршамбы һәм кесе йома күсә аласаҡ, әлеге ваҡытта документтар тәртипкә килтерелә».

Торлаҡ комплексында эш тынмай. Сөнки юл картаһы буйынса Яңы Булгаков торлаҡ комплексындағы бөтә йорттар ағымдағы йылдың октябренә тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Авторы: Фәниә Юланова