24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

Вакцина күптән уйлап табылған булыуына ҡарамаҫтан, туберкулездан донъяла йыл һайын 2 миллион тирәһе кешенең, шул иҫәптән 200 мең баланың ғүмере өҙөлә. Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатында ҡатмарлы сирҙән һаҡланыу саралары, уны тәүге стадияһында асыҡлау тураһында сара ойошторолдо. Мәктәп- интернатта хәүеф төркөмөндәге балалар белем ала.

Фото №1 - 24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

Йоғошло ауырыуҙы туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының туберкулезды етди иғтибар талап иткән проблемаларҙың береһе тип таныуы юҡҡа түгел. Сирҙән, әгәр дауаланһаң, һауығырға мөмкин. Асыҡ формаһы менән яфаланған бер ауырыу йылына уртаса 10-15 кешене зарарлай. Кох таяҡсаһы организмға тын юлдары аша һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә эләгә. 15 йәштән өлкәнерәктәр йыл һайын флюорографик тикшереү үтергә тейеш. Дөрөҫ туҡланыу, йоҡлау, алкоголь, тәмәкенән баш тартыу, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Оҙайлы дауалауға мохтаж балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениела профилактика саралары даими үткәрелә. Шуларҙың береһе - тоҙ шахтаһындағы сеанс.

Волна
Акции БСТ