Баймаҡ ҡалаһы автовокзалында дин тотоусы мосолмандар өсөн намаҙ укыу бүлмәһе, ә ҡала бассейнында махсус көндәр булдырылды

Хәҙер район автовокзалы аша үтеп барыусы мосолмандар теләгән ваҡытта инеп намаҙ уҡып сыға ала.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһы автовокзалында дин тотоусы мосолмандар өсөн намаҙ укыу бүлмәһе, ә ҡала бассейнында махсус көндәр булдырылды

Хәҙерге көндә ислам дине ныҡ үҫешкән илдәрҙә, республикаларҙа бындай күренештәр ғәҙәти булһа, дин тәғлимәттәрен тотоу, ҡайҙа булыуына карамаҫтан уның ҡанундарын үтәү беҙҙә лә тәртипкә һалынып бара. Февраль аҙаҡтарында ла Баймаҡ автовокзалында юлсы мосолмандарға намаҙ уҡыу бүлмәһе асылып диндарҙар өсөн кыуаныслы ваҡиға булды. Йылы,яҡты бүлмәлә бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Уның әләгәсә буш торғаны ла юк. Бөгөн дә Бөрйән районынан килеүсе Баныу Вәлитова намаҙын ҡалдырмай уҡып, юлын дауам итте.

Бынан тыш ҡала һәм район бассейнында мотлаҡ мосолмандар өсөн генә махсус көн булдырылды. Баһадир һауыҡтырыу комплексының бассейны диндарҙар өсөн кесе йома көндәрендә сәғәт бишенсе яртынан алып эшләй.

Беҙҙен тормошобыҙға үтеп ингән традицион ислам ҡанундарының тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булып ҡала. Районда кеше иғәнәһенә һалынып, йыл һайын бер мәсет сафҡа инә, унда йөрөүсе йәштәребеҙ һаны арта. Бөгөн дин тотоусолар өсөн ошондай махсус шарттар тыуҙырыу ҙа йәмғиәттең дини тәрбиәгә әһәмиәт биреүен аңлаталыр.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Волна
Акции БСТ