Быйыл ярты миллиард һумға яҡын аҡса мәҙәниәт өлкәһендәге учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтеләсәк

Бөгөн был турала Республика Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары белдерҙе. Яҡынлашып килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Салауат Сәғитов иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. 40-ҡа яҡын кеше Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Тәбрикләнеүселәр араһында режиссерҙар, театр эшмәкәрҙәре, сәнғәт остаздары бар ине.

Авторы: Гүзәл Мөхәмәтйәнова