Өфөнөң Дим районындағы экология һәм биология үҙәгендә яңы тәрбиәләнеүсе

Тутыйғоштар, йорт ҡомаҡтары, тейендәр йәшәгән бүлмәгә Африка кәрлә терпеһе өҫтәлеүе бала-саға өсөн оло шатлыҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар яңы йорт хайуанын ҡыҙыҡһынып өйрәнә.

Фото №1 - Өфөнөң Дим районындағы экология һәм биология үҙәгендә яңы тәрбиәләнеүсе

Альбинос-терпе. Ғилми тел менән әйткәндә, кәрлә африка терпеһе. Экология- биология үҙәгендә шөғөлләнеүселәр бәләкәй, яңы дуҫы янында мәж килә. Балаларға аҡ терпе тураһында бөтә мәғлүмәт ҡыҙыҡлы. Нимә менән туҡлана, йорт шарттарында нисек тәрбиәләргә? Күптәр был йорт хайуанын беренсе тапҡыр үҙ күҙҙәре менән күрә. Айырыуса, ҡыйыуҙар тотоп, иркәләп тә ҡарай. Тышҡы ҡиәфәте кокос емеше юнысҡыһын хәтерләткәнгә, күпселек уға Рафаэль тигән исем тәҡдим итә, аҡ һәм янып торған ҡыҙыл күҙле йән эйәһенә ниндәй генә ҡушамат бирелһә лә, ул үҙәктең иң ҡәҙерле тәрбиәләнеүсеһе булып ҡала.

Өс көн элек кенә социаль селтәрҙәр аша табылған был бәләкәй аҡ терпегә ни бары өс кенә йәш. Уға айырым оя булдырылған, эсәр өсөн һыу, алдына брикеттан ризыҡтар һалынған. Аҡ терпе йәшәгән бүлмәлә 20- 25 градус тирәһе йылылыҡ һаҡлана, юнысҡылар һалынған. Яҡын арала күмәк көс менән йүгереү өсөн махсус тәгәрмәс алырға ниәттәре.

Африка кәрлә терпеһе йорт хайуаны, ул тәбиғәт шарттарында йәшәй алмай. Йоҡоға талмай. Уны яҡшы тәрбиәләп, ашатҡанда хужаһын шатландырып 4-7 йыл тирәһе йәшәйәсәк

Дим районының экология-биология үҙәгендә өс тиҫтәгә яҡын үҫмер шөғөлләнә. Улар йорт хайуандарын һәм ҡоштарын иркәләй, һөйләшә. Ваҡытында ашарға һала. Тере йән эйәләре менән тығыҙ бәйләнештә тороусы үҫмерҙәр уларҙың ҡылыҡтарын һәм физик торошон яҡшы белә. Күп кенә балалар киләсәктә ветеринар, йә биолог һөнәрен һайларға теләй.

Унлаған төр йорт хайуандарын үҙенә туплаған экология-биология үҙәгендә яңы экзотик йән эйәһе балаларға ҙур ҡыуаныс тыуҙырған. Энәле күршеләре килеү менән үҙәктең тормошо йәнләнгән. Төрлө каналдан телевизион камералары менән журналистар ҙа йышлаған. Аҡ энәле, ҡулға тиҙ эйәләшеүсе африка кәрлә терпе тиҙҙән ҡушаматлы буласаҡ.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
Акции БСТ