112-се башҡорт атлылары дивизияһы ойошторолоуға - 76 йыл

Был дата 1942 йылдың 23 мартында Совет майҙанында атлылар полкына Ҡыҙыл байраҡ тапшырылған көндән билдәләнә.

Ошо уңайҙан бөгөн Өфөнөң «Еңеү» паркында патриотик сара үтте. Хәрби-тарихи клуб ағзалары, мәктәп уҡыусылары һәм һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған Юнармия хәрәкәте тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Улар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимов һәйкәлдәренә сәскә һалып, бер минут тынлыҡ менән яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльба йылғаһына тиклем 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Юғары баш командующий бойороҡтарына ярашлы 15 тапҡыр билдәләнә. Дивизияның 3860 яугиры орден-миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше - Советтар Союзы Геройы һәм бишәүһе «Дан ордены»ның тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Фото №1 - 112-се башҡорт атлылары дивизияһы ойошторолоуға - 76 йыл
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ