Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре ике аҙнаға һуңғараҡ башлана

Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Мәләүез районының Корнеевка ауылында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә 16 райондан ауыл хужалығы етәкселәре, зоотехник һәм агрономдар ҡатнашты. Семинарҙың теоретик өлөшөнән һуң, урындағы «Ашҡаҙар» хужалығы эшмәкәрлегендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек кимәле тикшерелде. Унда техниканың әҙерлеге, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы культураларының яңы сорттары тураһында һөйләшеү ҙә алып барылды. «Ашҡаҙар» хужалығы рәйесе Илдус Хәлитов белдереүенсә, улар яҙғы баҫыу эштәренә күптән әҙер. Сөнки техниканы ремонтлайһы түгел, уларҙың күпселеге яңыртылған. Урал алды райондарынан килгән ауыл эшсәндәре беренсе зональ семинар-кәңәшмәлә үҙҙәренең һорауҙарына яуап алып, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Автоыр: Фәниә Юланова