М-7 трассаһында ике кешенең үлеменә килтергән аварияла Өфөнән Ҡазанға китеп барыусы «Форд» микроавтобусы водителе ғәйепле

Был турала Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Юл-транспорт һәләкәте бөгөн иртән Мәскәү-Өфө юлының күрше республика биләмәһендә теркәлде.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, «Форд Транзит» пассажир микроавтобусы юл ситендә торған «Валдай» автомобиленә килеп бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә «Форд» водителе һәм ошо ваҡытта юл ситендә баҫып торған «Валдай» пассажиры һәләк булған. Төрлө тән йәрәхәттәре алған алты кеше ауыр хәлдә Елабуға дауаханаһына оҙатылған. Шуларҙың дүртәүһе Башҡортостандан. Зыян күреүселәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы медицина учреждениеһына шылтыратып белергә мөмкин. Уның телефон һандары - 8(85557) 7-13-95

Авторы: Гөлдәриә Йосопова