Республикала атыу ҡоралына эйә булыусылар һаны 50 меңдән ашҡан

Был хаҡта бөгөн Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Ә лицензия-рөхсәт ҡағыҙҙарын алыусыларҙың ҡоралдары 80 мең данаға етә. Әлеге ваҡытта ведомство алкоголь менән мауығыусылар һәм янъял ҡуптарыусы граждандарға ҡорал алыуҙы тыйыу тураһында ҡануни документ әҙерләй. Шулай уҡ, рөхсәт ҡағыҙына бәйле сикләүҙәр ҙә индереүлее ихтимал.

Буласаҡ һаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡорал ҡулланыу теорияһын үҙләштерә. Быға тиклем улар тулы медицина тикшереүе үткән.

Уҡыу барышында тупланған белем практик күнекмәләрҙә лә нығытылырға тейеш. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, атыу ҡоралы менән дөрөҫ эш итә белеү төп талап.

Башҡаларҙан айырмалы, Лилиә Күсимова шәхси атыу ҡоралы менән файҙаланыуға лизенция алыу өсөн килгән. Тирға ул компьютерҙа тейешле имтихан тапшырғас ҡына үткән. Тағы бер ҡат инструктаждан һуң атыу линияһына баҫыу рөхсәт бирелде.

Имтиханды уңышлы тапшырыусылар ғына лицензияға эйә була. Әлеге ваҡытта республикала 55 меңләп кешегә ҡорал йөрөтөү рәхсәте бирелгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы йыл һайын идаралыҡта тикшереү үтеп тора.

Вәсил Ғәзизов, Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Атыу ҡоралын ҡулланыуға бәйле законда үҙгәрештәр көтөлә. Барыһы ла хәүефһеҙлек сараларына йүнәлтелгән. Һаҡсы булып эшкә инеүселәр бигерәк тә медицина тикшереүен ентекле үтергә бурыслы. Психик тайпылышы булғандар атыу ҡоралын ҡулға алырғ атейеш түгел»

Лицензиялары булған шәхестәрҙән тыш, атыу ҡоралы менән сауҙа итеүселәр ҙә иғтибар үҙәгендә. Һатыусынан һатып алыусыһыға еткәнгә тиклем ҡорал тураһында һәр мәғлүмәт теркәлеп барырға тейеш.

Республикала атыу ҡоралы менән һатыу иткән 28 сауҙа нөктәһе бар, уларҙың 12-һе Өфөлә урынлашҡан. Ҡоралдар халыҡты нисек кенә ҡыҙыҡһындырмаһын, былай ғына һатып алырмын тимәҫһең. Хатта тотоп ҡарау өсөн дә лицензия һәм паспорт талап ителә.

Шулай уҡ законһыҙ һунар итеү осраҡтары өсөн яуаплылыҡ та көсәйә. Рөхсәтһеҙ мышы атыу өсөн штраф күләме 80, айыу алыусыларға 60 мең һумға етте. Элек был суммалар ике тапҡрығ акәмерәк ине. Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр аулаусылар 100 мең һум урынына ярты миллион һум түләй. Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә браконьерлыҡ өсөн яза тағы ҡәтғиерәк, тәбиғәткә килтергән зыян өсөн штрафүләме ете тапҡырға арттырыла.

Авторы: Азат Ғәлиуллин