Күлдәр янып китмәҫ борон республикала иҫкәртеү саралары ла уҙғарыла. Бөгөн Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре балыҡтарҙы ҡотҡарыу айлығын иғлан итте. Уның барышында боҙ ҡаплаған йылға күлдәрҙә мәкеләр уйыла.
Мөҡсин ауылы эргәһендә урынлашҡан Сиҡыныш күлендә балыҡтарҙы ҡотҡарыу операцияһы бара. Хеҙмәткәрҙәр бер көн эсендә 80 мәке уйып сығырға иҫәп тота. Юҡһа боҙ ҡатламы аҫтында ҡалған тереклек һәләк булыуы ихтимал тип борсола улар. Ғәлинур Ҡотлогилдин тәжрибәле балыҡсы, күл тонсоғоу билдәләрен ул хәтеренә киртеп ҡуйған.
Сиҡаныш күле ҡуртымға алынған. Уны ҡарап тәрбиәләп тороусылар бар. Ә бына хужаһыҙ һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарыу маҡсатында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы махсус айлыҡ иғлан итте. Уның барышында тотош республика биләмәһендә урынлашҡан йылға-күлдәр иғтибарға алына.
Башҡортостан йылға күлдәргә бай төбәк. Татлы һыу балыҡтары менән дә дан тота республика. Тирә-яҡ мөхиткә даими иғтибар ғына был хазинаны киләһе быуындарға еткереү мөмкинлеге бирәсәк тип билдәләй дәүләт инспекторҙары.
Быйыл ҡыш аҙ ҡарлы булыуыға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатламы ҡалын. Мәке уймайынса ғына балыҡты тонсоҙоуған ҡотҡарып булмай ти белгестәр. Бигерәк тә март урталарына һыу аҫтында кислородҡа ҡытлыҡ һиҙелә башлдай. Шуға ла тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән акцияның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.





