Даниэеле Баньоли «Урал»да ҡала

Волейбол командаһының баш тренеры Башҡортостанда эшләүен дауам итәсәк. Был турала Рөстәм Хәмитовтың клуб етәкселеге менән осрашыуында иғлан ителде.

Унда команданың Рәсәй суперлигаһы чемпионатындағы уйындарының яҡынса һөҙөмтәләре барланды. «Урал» илдең иң көслө һигеҙ командаһы исемлегенә инә алмай, Плей-аутта Нижневартовскиҙың «Югра-Самотлоры» менән уйнай. Серия әле дауам итә һәм өс еңеүгә тиклемге алышта «Урал» командаһы 2-гә 0 менән алда бара. Күҙаллауҙар буйынса Өфө командаһы 9-сы урында ҡаласаҡ.

Даниэле Баньоли, «Урал» волейбол клубы баш тренеры: «Беҙ хеҙмәттәшлекте дауам итергә килештек. Киләһе миҙгелдә һөҙөмтәләр яҡшыраҡ булыр тип ышанам, сөнки уйынсылар менән танышып өлгөрҙөм. Хәҙер мин команданың да спортсыларҙың да мөмкинлектәрен яҡшы беләм һәм эшләүе лә еңелерәк буласаҡ.