Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө уңайынан баш ҡалала ышаныс телефоны эшләй башланы

Быға тиклемгеләренән айырмалы, психологик ярҙам хеҙмәте ата-әсәләргә тәғәйенләнгән. 8 800 347 5000 һандарына шылтыратып ғаиләлә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар буйынса психологик ярҙам алырға мөмкин.

Психологик ярҙам хеҙмәтен Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы асты. Йәмғиәттә ғаилә, балалар һәм ата-әсәләр, демография мәсьәләләре киҫкенләшкән мәлдә кисекмәҫтән күрһәтелгән белгестәр ярҙамы көн талабы. Республикала иғлан ителгән ғаилә йылында бындай хеҙмәттәр эше әүҙмләшергә тейеш, ти белгестәр. Психологик үҙәктең маҡсаты ла ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе, уның йәмғиәттәге ролен нығытыу , мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау.

Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө был өлкәлә эшләүселәр байрамы ғына түгел. Дата социаль хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеүселәргә, мохтаждарға арналған. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта , ти тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Республиканың «Ғаилә» ресурс үҙәгенән дә хәҙер кеше өҙөлмәй. Бындай психолог, юристарҙан тыш кейем-һалым банкы ла эшләй. Кемдәрҙер әйберҙәр ҡалдыра, ә ихтыяжы булғандар һис түләүһеҙ ала.

Авторы: Айнур Кәбиров