Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2018 төбәк-ара конкурсы асылды

Быйыл 45 педагог көс һынаша. Улар асыҡ дәрестәр бирә, инновацион алымдарын күрһәтә, мастер- кластар үткәрә, төрлө темаларға фекер алыша. Тәжрибә майҙансығы булып торған бәйге еңеүсеһе 31 мартта билдәле була.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2018 төбәк-ара конкурсы асылды

20-се ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт теле дәресе. Гимназияның 5 синыф уҡыусылары менән Ейәнсура районынан Яныбай мәктәбе уҡытыусыһы бер-береһен тәүге тапҡыр күрә, етмәһә уларҙы ситтән күҙәтеп ултырыусылар бар, әммә дәрес күңелле, йәнле һәм тыныс бара. Тәжрибәле остаз башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара конкурста ҡатнаша.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында төбәк-ара конкурс быйыл 23-сө тапҡыр уҙғарыла. Уҡытыусылар асыҡ дәрес бирә һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, инновацион алымдарын күрһәтә. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, төрө көнүҙәк темаларға фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ.

Конкурстың төп маҡсты үҙ һөнәренең оҫтаһын асыҡлау һәм уҡытыусының абруйын күтәреүҙән бигерәк заманса шарттарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәтеү кимәлен күтәреү. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙа туған теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү уятыу.

Белем үрҙәренә уҡытыусы әйҙәй, ә ул юғары уҡыу йортонан килеп дәрестәр бирә икән, мәктәп партаһынан уҡ кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе юлға һалына, тигән һүҙ. Был йүнәлештә Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм 153-сө лицей араһындағы тығыҙ бәйләнеште атап үтергә мөмкин. Лицейҙың күпселек уҡыуслары техник вузға уҡырға инә. Ошо тәжрибәлә Башҡортостандың мәғариф министрлығы коллегияһында республикала юғары уҡыу йорттары эргәһендә мәктәптәр булдырыу тураһында әйтелде.Ҡасим Дәүләткилдиев исесмендәге республика һынлы сәнғәт гимназия -интернаты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының , Республика инженер- лицей интернаты Өфө дәүләт нефть-техник университеты янында эшлшәйәсәк. Кадрҙар үҙәге- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының яҙмышына килгәндә инде...

Мәғариф министрлығы бойороғо буйынса ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәп директорҙары һәм методистар, белгестәрҙән торған эшсе төркөм булдырылған. Улар милли мәктәптәрҙе һаҡлау буйынса эш алып барасаҡ.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Волна
Акции БСТ