Хәйбулла районында дүртенсе күп функциялы үҙәк асылды

Бынан ары Мәмбәт ауыл мәҙәниәт усағы эшен «Күп функциялы ауыл клубы» статусында дауам итә.

Үҙәктә ғаилә менән һәйбәт ял итеү, ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Заманса бинала ижад менән шөғөлләнеү бүлмәләре, тамаша залы, йәштәр өсөн ял итеү майҙансығы, өҫтәл уйындары, телевизор менән йыһазландырылған дискотека залы ла бар. Ошонда уҡ балалар өсөн уйын зонаһы урынлашҡан. Күп йылдар буйына эшләп килгән модель китапханаһы эшен дауам итә.Яңы мәҙәни үҙәк асылыуын ауыл халҡы көтөп алған

Клуб бинаһын төҙөкләндереүгә район бюджетынан бер миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Күләмле эштән ауыл халҡы ла ситтә ҡалмаған. Киләсәктә улар күп функциялы үҙәктең халыҡ йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыуға үҙ өлөшөн индереүен теләй.

Авторы; Гөлдәриә Йосопова