Аҙна яңылыҡтары. Макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика, финанс тотороҡлоҡ һаҡлана, күпселек тармаҡтарҙа үҫеш күҙәтелә

Республиканың тупланма бюджеты 2 йөҙ миллиард һумдан ашҡан. Социаль өлкәгә бүленгән сығымдар 42 миллиард тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан беренсе урында. Һәм башҡалар һәм башҡалар... Республика Хөкүмәте депутаттар алдында отчет яһаны. Һандар күҙҙе ҡамаштыра, ҡолаҡты иркәләй.

Ғөмүмән, Хөкүмәтте һәр яҡлап та маҡтарлыҡ ҡына. Ләкин ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Быныһын инде Рөстәм Хәмитов отчеттан һуң, киләһе йылға бурыстарҙы билдәләп әйтте. Әйтте генә генә түгел, тәнҡит утына тотто. Ун һигеҙ минутҡа һуҙылған дәғүә белдереүҙәр отчеттың үҙенә ҡарағанда ла хислерәк, оҙағыраҡ барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтан һуң йәнә һүҙ алған Республика Башлығы байтаҡ проблемаларға бармаҡ төртөп күрһәтте. Тәүҙә сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәргә тамыҙҙы. Баҡтиһәң, республикала инвестициялар кәмей. Төбәк башлығы етәкселәрҙе, йомшаҡ итеп әйткәндә, әүҙемерәк эшләп 2025 йылға тиклем инвестиция күләме буйынса 600-650 миллиард һумға сығыу бурысы ҡуйҙы. Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереп алданыусылар проблемаһын да Рөстәм Хәмитов урап үтә алманы. Алданыусылар әле ысынлап та. ауыр шарттарҙа ҡала. Һәм улар йөҙләп түгел, ә меңләп, тине ул. Айырым бер етәкселәрҙең ғәмһеҙлеге һәм мәсьәләне киҫкенләшмәҫ борон хәл итмәүе ошо ҙур бәләгә килтерҙе лә инде. Ә хәҙер яуапты тотош республика етәкселегенә тоторға тура килә, тине ул.

Авторы: Айнур Кәбиров