Аҙна яңылыҡтары. Республикалағы һөт эшкәртеү заводтары үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең продукцияһын алып бармай

Алһа ла бик түбән хаҡҡа. Йәнәһе лә, сит төбәктәрҙән индерелгән яңы һауған һөт күпкә арзаныраҡҡа төшә. Ә үҙебеҙҙең фермерҙар ҡайҙа итергә белмәй аҙаплана.

Былай барһа, күптәр һөтсөлөктән итселеккә күсеп бөтмәҫме? Үҙ сиратында, эшһеҙ ҡалыуҙар, мал һаны кәмеүе һәм башҡа ауырлыҡтар килеп тыуасаҡ. Ә бит Башҡортостанды һөтсөлөк үҙәге тип күккә сөйҙөк. Былай барһа «Һөт иле» фестивалендә халыҡты һыйларлыҡ та эсемлек ҡалмаҫ тимә. Һөттө ҡайҙа итергә? Кемдәр һауа беҙҙең заводтарҙы һәм кемгә ҡаймағы эләгә? Ауыл хужалығы министрлығы фермерҙарға ниндәй кәңәш бирә?

Таңғы сәғәт алты, фермала эштең ҡыҙған мәле. Һауынсылар йөҙәрләгән һыйырҙан һөт һауып алып, малдарҙы ашатыу, быҙауҙарҙы ҡарау менән мәшғүл. Һөт йыйыусы машина килгәнсе, аҡтың күләмен иҫәпләү ҙә хеҙмәткәрҙәр иңенә төшә.

Был фермала 140-лап һауым һыйыры иҫәпләнә. Хеҙмәткәрҙәр әлеге ваҡытта уларҙың һәр береһенән тәүлегенә уртаса 13 литр һөт һауып ала. Бинаға ярты йыл элек кенә ремонт эшләнгән, яңы ҡорамалдар һатып алынған. Шуға ла был фермала мал һанын арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Хужалыҡ етәксеһе фермерлыҡ эше менән бер йыл элек шөғөлләнә башлай Ошо ваҡыт арауығында ғына малдарҙың һанын ике-өс тапҡырға күбәйтә. Һауым һыйырҙары артыу менән һауынсыларға эш өҫтәлә. Тик бына хеҙмәт хаҡы, ни өсөндөр, киреһенсә, кәмей.

Түләр ине, табыш юҡ. Сөнки һөткә хаҡтың ҡапыл кәмеүе фермерҙың бәкәленә һуҡҡан. Әгәр ҙә быға тиклем һөт заводы бер литр һөттө 24 һум менән йыйһа, бөгөн хужалыҡ продукцияны 6-7 һумға арзаныраҡҡа тапшырырға мәжбүр. Һөҙөмтәлә һауым күпкә артһа ла, хужалыҡ айына 5-6 йөҙ мең һум аҡсаһын юғалта.

Әммә башҡа сара юҡ. Көн һайын ике ферманан өсәр тонна һөт арзанға булһа ла эргә-тирәләге ҡалаларҙа урынлашҡан заводтарға оҙатыла. Һауым һыйырҙары тотоуҙың файҙаһы кәмегәс, хужалыҡ етәксеһе малдарҙы ит йүнәлешендә үҫтереү юлын ҡарай башлаған. Әммә был осраҡта урында йәшәүсе 70-ләгән хеҙмәткәрҙең күпселегенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал.

Зөләйха Тимерәева, һауынсы: «Икенсе урынға беҙ ҡайҙа китәбеҙ? Беҙ бит ауылда өйрәнгәнбеҙ. Бында ғаилә, эш. Ярай аҙ булһа ла, түләй әле ул. Һөттө алмай башлаһалар, ҡайҙа барһын инде?! Беҙ эшләүҙән ниндәй толк! Беҙҙең һөттө бер ҡайҙа ла алмайҙар».

Алмайҙар. Баҡтиһәң, республикаға сит илдән, башлыса Белоруссиянан, күпләп арзан хаҡҡа киптерелгән һөт килтерелә. Импорт беҙҙең һөтсөлөк баҙарын теҙләнергә мәжбүр итте. Көслө көнәркәшлек шарттарында бөлгөнлөккә төшмәҫ өсөн беҙҙең заводтар ҙа онтаҡҡа әйләндерелгән һөт баһаһын түбәнәйтергә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә сеймал һатып алыуға ла һорау ҙа, хаҡ та юҡ кимәлендә.

Лариса Малахова, «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» генераль директоры: «Баҙар шарттарындағы үҙгәрештәр беҙҙең хаҡтарға ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Фермерҙарҙан һөттө ҡиммәт хаҡҡа һатып алыу келәттәрҙе тултырыуға һәм предприятияны бөлгөнлөккә төшөрөүгә алып киләсәк».

Ауыл хужалығы эшсәндәренә булышлыҡ итеү маҡсатында был мәсьәләне фитосанитария буйынса федераль хеҙмәт күҙәтеү аҫтына алған. Сит ил продукцияһын яҡын арала ныҡлап кәметеү хаҡында һүҙ бармай, әммә уның сифаты етди күҙәтеү аҫтына алынасаҡ, тип ышандыралар. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы киҫкен мәсьәләнән сығыу юлын кооперацияларға берләшеүҙә, продукция етештереү өсөн цехтар, бәләкәй заводтар төҙөүҙә күрә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры: «Ауыл хужалығы предприятиеларын кооперативтарға берләшергә саҡырабыҙ. Бының өсөн технологик мөмкинлектәр бар. Һөттө етештереү өсөн хужалыҡта уҡ бәләкәй модуль цехтар асырға кәрәк, продукция сифатлы һәм баҙарҙағы хаҡҡа ҡарағанда арзаныраҡ та буласаҡ».

Әммә хужалыҡта цехтар асыу ғына уңышҡа алып килмәй, тигән фекерҙә Иглин районынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Альберт Мәсәғүтов. Бына инде һауылған һөт ун йылдан ашыу бер ҡайҙа ла ебәрелмәй, урындағы цехта уҡ һигеҙ төр продукцияға әйләндерелә. Сифатлы, әммә һатыуҙан табыш юҡ. Сөнки һатып алыусы өсөн көрәштә яңғыҙыңа ауырға тура килә, ти фермер.

Ә бына кооперативлашыу мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы була ала. Ул сағында хужалыҡтар ҡеүтле лә, продукция дла сифатлыраҡ була. Белоруссия ла бит тап ошо күрһәткестәрҙе яҡшыртып ҡына сауҙа сиктәрен киңәйтеүгә өлгәшкән. Шуға күрә һүҙ ҡуйыртыуҙан һөт ҡуйыртыуға күсергә кәрәктер.

Авторы: Фәниә Юланова