Өфөлә ике аҙнанан ашыу 30 йәшлек Ләйсән Чекрышова бәйләнешкә сыҡмай. Һуңғы тапҡыр уны һәм 6 йәшлек ҡыҙы Анастасияны 9 мартта күргәндәр.
Был турала “Лиза Алерт. Башҡортостан” ирекмәндәр ойошмаһы хәбәр итә. Юғалыусылар буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 800 700 54 52 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.





