Әйтерһең дә эшһеҙ ҡалған инспекторҙарға жилеттарын һатыу кәкәк булған. Ә ниңә? Башҡаса уйлау мөмкин түгел. Ниңә кәрәк булды һуң яңы закон ул сағында. Былтыр ғына бит йәйәүлеләр юлда яҡтылыҡ сағылдырыусы фликерҙар тағырға тейеш тип ҡануниәтте үҙгәрттек. Ә шул уҡ водителдәр автомобиленән сыҡһа йәйәүлегә әйләнә түгелме? Икенсенән жилеттар машина эсендәге һәр кешенеке булыуы шартмы? Әгәр ҙә мин бөтөнләй туҡтамайым икән? Һорауҙар күп, әммә закон ҡабул ителде.
Төн. Трасса. Өҙөлгән ғүмерҙәр. Сәлперәмә килгән яҙмыштар... Төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән авариялар һаны, уйланырға мәжбүр итә. Ҡараңғыла юл ситенән китеп барған йәйәүлене генә түгел, хатта автомобилде лә күреүе ауыр. Хәйер, былтырҙан йәйәүлеләрҙе ҡараңғы сәғәттәрҙә кейемдәренә яҡтылыҡты ҡайтарыусы фликерҙар тағырға мәжбүр иттеләр. Хәҙер иһә, ҡараңғыла машиналарынан сыҡҡан водителдәр ҙә «яңы йыл шыршыһы» һымаҡ балҡырға бурыслы. Шоферҙар ниндәй фекерҙә һуң, был яңылыҡ тураһында.
Тимәк, белгестәр әйтеүенсә, жилеттар водителдәргә генә ҡағыла. Пассажирҙар элекке ҡағиҙәғә ярашлы, фликерлы булыуы ла ярай. Машинала жилеттың юҡлығы ҡағиҙә боҙоуға һаналмай. Ул тышта ғына кәрәк. Мин төндә йөрөмәйем тиеүселәргә был яҡшы аҡланыу, әлбиттә. Әммә жилеттың багажникта ятыуы артыҡ булмаҫ.
Документ авторҙары фекеренсә, юл йөрөү ҡағиҙәһендәге үҙгәреш төнгө сәғәттәрҙә юл транспорт ваҡиғаларын күпкә кәметәсәк. Һәр хәлдә, фликер йөрөтөү мәжбүр ителгәс йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡтар уҙған йыл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмей төшкән. Водителдәргә лә ҡағиҙәне боҙоу 500 һум штраф менән янаһа ла, әле иҫкәртеү менән генә ҡотолорға була.
Юл йөрөү ҡағиҙәһендәге жилеттар тураһындағы үҙгәреш, төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән юл- транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында индерелде. Ул үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышанабыҙ. Сөнки, юл ситендә туҡтаған машина эргәһендәге кеше йыраҡтан күренеп торасаҡ. Ҡағиҙәне инҡар итеүгә 500 һум штраф ҡаралһа ла, әле водителдәргә иҫкәртмә генә яһайбыҙ. Ҡағиҙә яңы ғына ғәмәлгә инде, шуға күрә, бөтәһе лә уның тураһында белеп бөтмәй әле.
Аксессуарҙы табыуы ауыр түгел, запас частар магазиндарында 200 һум самаһы тора. «Ш» хәрефенә бәйле хәлде хәтерләйһегеҙҙер. Хатта, аҙыҡ-түлек магазиндарында сауҙа иттеләр. 20 һум торған билдәне 1000 һумға һатҡан осраҡтарҙы ла күрергә тура килде. Ә инде водителдәрҙең ризаһыҙлығы тураһында һөйләйһе лә түгел. Әле хәл башҡасараҡ. Автоһәүәҫкәрҙәр фекеренсә, юлда йөрөүсе һәр кем үҙенең һәм яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы.
Рәсәйҙә бер аҙна элек кенә ингән ҡағиҙә, Европа илдәрендә күптән ғәмәлдә. Яза ла һиҙелерлек ҡаты. Австрияла мәҫәлән, төндә машинан жилетһыҙ сыҡҡан өсөн беҙҙең аҡса менән 150 мең һумды сығып һалырға тура киләсәк. Бельгияла, 95 мең, Португалияла 41, Болгарияла 2 мең һум штраф ҡаралған.
Сергей Чавкин, йөк машинаһы водителе: «30 йылға яҡын водитель булып эшләйем. Йыш ҡына күп илдәргә йөк ташырға тура килә. Европа, шул иҫәптән беҙҙә, Белорусияла был ҡағиҙә күптән бар. Мин мәҫәлән жилетымды көндөҙ ҙә сисмәйем. Сөнки юлдағы кешене күреүе ауыр икәнлеген үҙемдең тәжрибәмдән яҡшы беләм. Рәсәйҙә лә был тәртипте күптән индерергә кәрәк ине, тип иҫәпләйем».
Яңы закон ҡабул ителеүе, һорауҙы арттырҙы. Һорау үҙ сиратында тәҡдимгә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға күрә авто запчастар магазиндарында, баҙарҙарҙа жилеттарҙың хәҙер ниндәй генә төрө юҡ. Ҡыҙыл, йәшел, һары. Яҡтылыҡты ҡайтарыусы жилеттарҙың өс төҫө тәҡдим ителә. Ҡағиҙәлә водителдәр мотлаҡ бер төҫтәге жилетта булырға тейеш тигән аңлатма юҡ. Йәнең теләгәнде һайла. Иң мөһиме уның яҡтылыҡты ҡайтарыу һәләте юғары булһын. Шуның өсөн, дәүләт стандартының билдәһе булғанын алыу дөрөҫөрәк булыр.





