Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Килемгә һалым 13 проценттан 15-кә артыуы ихтимал. Был тәҡдим Рәсәй Хөкүмәтендә ҡарала. Вице Премьер Аркадий Дворкович фекеренсә, бюджетҡа килгән өҫтәмә аҡсаларҙы мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә йүнәлтеп булыр ине. Ә халыҡ кеҫәһенә был күләм ул тиклем үк һуҡмаясаҡ, тип иҫәпләй ул.

ХХХ

Был аҙнала Башҡортостанда сауҙа тармағын үҫтереү программаһы раҫланды. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән документҡа ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ҡурсалау, интернет аша һатыу эшен камиллаштырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға 370 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

ХХХ

Башҡортостанда балалар баҡсаһына түләүҙәрҙең иң юғары кимәле билдәләнде. Рәсми сығанаҡтарға ярашлы, Өфөлә айлыҡ түләү 2730 һумға етә. Ә иң түбән хаҡ Ағиҙел ҡалаһында теркәлгән - 1787 һум. Төбәктәргә килгәндә, иң юғарыһы Өфө районында булһа, түбән хаҡ Йылайырҙа - 1104 һум тәшкил итә.

ХХХ

Дәүләт контораларында эшләүсе нотариустар дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәргә тиңләнмәне. Былтыр Тәтешле районында йәшәүсе нотариус өҫтәмә түләүҙәр алырға өмөтләнеп үҙҙәрен дәүләт хеҙмәте итеп таныуҙы һорағайны. Башҡортостандың Конституция суды мөрәжәғәтте нигеҙһеҙ тип тапты.

ХХХ

Кесе йома республика халҡын тетрәткән ҡанһыҙ енәйәткә нөктә ҡуйылды. Мишкә районында былтыр 16 йәшлек ҡыҙҙы күп тапҡырҙар бысаҡ менән сәнскеләп үлтереүсе егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән студенттың был вәхшилегенә яуапһыҙ мөхәббәт сәбәпсе булғайны.

ХХХ

1 апрелдән Өфө-Инйәр-Яңы Абҙаҡ маршрутында йөрөүсе «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте туҡтатыла. Ул Белорет, Әбйәлил райондарында тау-саңғы миҙгеленең тамамланыуына бәйле. 2017 йылдың ноябрендә генә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, «Урал легендаһы» поезы эшмәкәрлеген аҡлаған. Бөгөнгө көнгә тиклем ул ун меңдән ашыу туристы хеҙмәтләндергән.

ХХХ

Быйыл Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы менән «Тулҡын» скверында, шулай уҡ республиканың 37 йәмәғәт урынында ҙур төҙөкләндереү эштәре үтәсәк. Был аҙнала рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәләре билдәле булды. «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһына бәйле, иң күп тауыш йыйған объектар федераль ҡаҙна иҫәбенә ремонтланасаҡ.

ХХХ

Ә шул арала Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2018 төбәк-ара конкурсы старт алды. Бәйгелә 45 педагог көс һынаша. уның сиктәрендә уҡытыусылар инновацион алымдарға ҡоролған асыҡ дәрестәр, фекер алыу майҙансыҡтарын ойоштора. Конкурс еңеүсеһе 31 мартта билдәләнә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин