Аҙна яңылыҡтары. Яҙ етеү менән тотош илдә гүзәллек, нәфислек бәйгеләре ойошторола башлай

Башҡортостан да был шауҡымдан ситтә ҡалмай. Әле кисә генә тамамланды «Һылауҡай 2018» матурлыҡ бәйгеһе. Әлшәй ҡыҙы Әлфинә Кашапова таждан тыш, «Лада Гранта» автомобиле менән бүләкләнде. Миндә һылыулыҡ конкурстары һәр саҡ һорау уята. Сәхнәгә үҙенең иң гүзәл булыуын иҫбатларға үҙ-үҙен сикһеҙ яратҡан шәхестәр генә менәлер. Ә улар еңелеүҙе ауыр кисерә. Психикаһы нығынған өлкән ҡыҙҙар ярай ҙа, ә бына балаларға нисек тәьҫир итә һин иң матуры түгел тип әйтеүҙәре? Эҙһеҙ үтеүенә шикләнәм.

Оло сәхнә, музыка, ҡыҙ балалар. Һәр береһе тырышып-тырмашып үҙенең гүзәлдәрҙән-гүзәл икәнен иҫбатлай. Һынатырға ярамай, залдан уларға яҡындарының өмөт тулы ҡараштары төбәлгән. Һәр ата-әсә өсөн үҙ балаһы иң матуры, әммә конкурс булғас еңеүсеһе лә билдәләнә.

Ойоштороусылар ҙа шундай уҡ фекерҙә, бәләкәй саҡтан уҡ сәхнәгә баҫыу бик мөһим. Бындай балалар ҡыйыу, батыр булып үҫә, кеше алдында сығыш яһарға ҡурҡмай. Ә еңеү-еңелеүгә килгәндә, кескәйҙәрҙең хәтере ҡыҫҡа, уларҙың күңеле төшһә лә оҙаҡҡа бармай. Икенсенән, беренсе урын яулау өсөн тышҡы ҡиәфәт кенә түгел, йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә маһирлыҡ та мотлаҡ. Әлбиттә, был осраҡта конкурстың исеме асылынан бер аҙ ситләшә, уның ҡарауы, есем бар.

Психологтар иһә балаларҙың матурлыҡ конкурсын үткәреүгә бөтөнләй ҡаршы һәм йылдар дауамында саң ҡаға. Мәҫәлән, Францияла кескәйҙәрҙе тышҡы ҡиәфәт буйынса баһалау тыйылған. Белгестәр бәләкәс һылыуҡайҙарҙың бәйгеһен, бары тик ата-әсәнең амбицияһы тип иҫәпләй. Күп осраҡта өлкәндәр үҙҙәренең тормошҡа ашмаған хыялын балалар аша күрһәтергә ынтыла. Ә сабый күңеле хаҡында уйлап та бирмәй. Еңеүсе баланың аңына матурлыҡ иң мөһиме тигән төшөнсә һалынһа, уның шәхес булараҡ юҡҡа сығыуы бар. Еңеү яуламаған кескәйҙәрҙең иһә ата-әсәһе алдында ғәйеп тойғоһо барлыҡҡа килә, улар өлкәндәрҙең өмөтөн аҡламауы өсөн уңайһыҙлыҡ хисе кисерә. Был конкурстар енси яҡтан иртә өлгөрөүгә лә килтерә.

Яҙыусы, журналист Миләүшә Ҡаһарманова «Күбәләк» ғүмере хикәйәһен яҙғанда матурлыҡ конкурстарының тарихын өйрәнә. Ул был сараны гүзәл заттарҙы кәмһетеү, психикаһын боҙоу тип иҫәпләй. Балалар араһында ойоштороу бигерәк тә. Сөнки был кескәйҙәрҙе айырып ҡарау, еңгән баланың өлкәндәр менән идара итә башлауы бар, еңелгәндәрендә комплекс барлыҡҡа килә. Мин һылыу, миңә бөтәһе лә мөмкин тип үҫкәндән һуң тормошта ауырға тура килә. Ил буйынса алып ҡарағанда, таж кейгән ҡыҙҙарҙың бик һирәге бәхетле яҙмыш ҡорған. Күбәләк ғүмере хикәйәһелә шул хаҡта, һылыуҡай софиттар балҡышынан һуң юғалып ҡалып фәхишәгә әйләнә.

Кескәйҙәрҙең матурлыҡ конкурсы ул өлкәндәрҙең үҙ-ара ярышы. Америкала еңеү хаҡына балаға ботекс эшләткән, салонға ҡыҙынырға йөрөткән, хатта пластик операция эшләткән осраҡтар теркәлгән. Журналист Гүзәл Ситдиҡова, конкурс барби синдомын тыуҙыра тигән фекерҙә. Яһалма стандарттарҙы пропагандалау бизнес өсөн ҡулай. Һәм кешелек аңына көсләп матурлыҡ форматы һалына. Ә донъяны бер яҡтан ғына ҡабул итеү рухи бушлыҡҡа һәм шәхестең юҡҡа сығыуына килтерә.

Балалар үҫә, тышҡы ҡиәфәт үҙгәрә. Ә бәләкәй саҡта һалынған амбициялар ҡала. Бер көн килеп ысынбарлыҡты аңлау, күңел ҡайтыу төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереүе ихтимал. Тап тышҡы матурлыҡ өсөн янған ҡыҙҙар ябығам тип анорексияға барып етә. Ә теләгән һөҙөмтәгә ирешә алмағанда бөтөнләй юғалып ҡала. Шул уҡ ваҡытта кескәйҙәрҙең матурлыҡ конкурстары педофилдарҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Шуға белгестәр сабыйҙарҙы нисек бар шулай ҡабул итергә тәҡдим итә. Хатта, терпе лә бит үҙ балаһы йомшағым тип һөйә. Халҡыбыҙҙың сибәрлек хаҡында бер көнлөк тип әйткәне лә бар.

Авторы: Рәмзиә Кәримова