Шаран районында ауыл хужалығы етештереүселәре семинар-кәңәшмәһе үтте

11 район вәкиле ҡатнашҡан сарала алда торған баҫыу эштәренә әҙерлек, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының стратегик үҫеш йүнәлештәре хаҡында һүҙ барҙы. Ауыл хужалығы предприятиеларында быйылға сәсеү майҙандары, минераль ашламаларҙы ҡулланыу, сәсеү кампанияһына техниканың әҙерлек торошо, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары яңы элиталы сортлы орлоҡтар һәм уларҙан юғары уңыш алыу мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева