Башҡортостандың барлыҡ һалым инспекциялары ла Бөтә Рәсәй «Асыҡ ишектәр» көнөнә ҡушылды.
Ике көн дауамында барған акция барышында ведомство хеҙмәткәрҙәре халыҡтың һорауҙарына аныҡ яуаптар бирҙе. Бындай сараны граждандар һәр ваҡыттағыса көтөп ала. Был юлы ла килеүселәр күп булды һәм иртә таңдан уҡ сиратҡа баҫты. Мөрәжәғәт итеүселәр, башлыса физик шәхестәрҙең милеккә, ергә һәм транспортҡа булған һалымдары менән ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ инспекциялар белгестәре шәхси кабинетта интернет-сервисҡа тоташыу, һалым ҡануниәтендәге һуңғы үҙгәрештәр һәм декларацияларҙы дөрөҫ тултырыу тәртибе менән таныштырҙы.





