Башҡортостанда почта етәксеһе ауылдаштарының пенсияһын үҙләштергән

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Шишмә районы бүлегенә ирле-ҡатынлы ике пенсионер мөрәжәғәт итә. Улар ҡараусыһыҙ ҡалыу сәбәпле пенсия алыуҙарын туҡтаған.

Урындағы почта бүлеге етәксеһе ғәйепле тип танылды. Ул пенсонерҙарҙың ҡултамғаларын ҡуйып аҡсаны үҙе алған.

Ҡатынға ҡарата “Үҙләштереү һәм сарыф итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә БР-ҙың Эске эштәр министрлығы матбуғат-хеҙмәте.