Теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙе үҙ итеүселәр

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте. Физика һәм математика факультетында белем алыусылар буласаҡ абитуриенттарҙы - корпустағы фәнни-тикшеренеү лабораториялары менән таныштырҙы.

Фото №1 - Теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙе үҙ итеүселәр

Пилотһыҙ осоусы аппараттар буласаҡ инженер, программист һәм физиктарҙы ҡаршылай. Аудиторияла лекция урынына бөгөн практик дәрес. Асыҡ ишектәр көнө. Вуз студенттары ҡорған был механизмдарҙың төҙөлөшө мәктәп уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өҫтәлдәге экспонаттарҙы, башҡа аудиторияларҙа ойошторолған лабораторияларҙы ла улар ентекләп өйрәнде.

«Наноэлектроника» йүнәлешендә белем алыусылар Голдберг машинаһын уйлап сығарып, былтыр ил кимәлендә ойошторолған инженерҙар ярышында Кубок яулаған. Ҡоролма домино принцибы буйынса эшләй, шар тәгәрәп китеүе була, ҡалған механизмдар ҙа сылбыр буйынса эшләй башлай. Иң аҙаҡтан флаг күтәрелергә тейеш. Үҙенә күрә ҡатмарлы миҫал да был.

Родион Вәлиев, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты магистранты: «Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале сиктәрендә ойошторолған ярышҡа күптән эләгергә теләгәйнек. Физика буйынса белемдәребеҙ, бай фантазиябыҙ Голдберг машинаһын ҡороуҙа ярҙам итте. Бәйгелә уңышлы сығыш яһауыбыҙ киләһе еңеүҙәргә төп этәргес булып тора».

3д-моделләштереү, оператив полиграфия, робототехника - факультеттағы һәр аудитория айырым йүнәлештәр буйынса махсус йыһазландырылған ине. Педагогтар ролендә студенттар үҙҙәре. Йәштәр теоретик һәм практик белемдәре менән уртаҡлашып, балалар һәм үҫмерҙәрҙе вуз тормошона ылыҡтырҙы. Әйткәндәй, күптәр үҙҙәренең инженер йүнәлештәге проект эштәрен дә килтергәйне.

«Мауыҡтырғыс физика» лабораторияһында төрлө тәжрибәләр үткәрелде, уҡыусылар бер нисә прибор ярҙамында изотермик процесты тикшереп ҡараны. Тесла катушкаһы ярҙамында яҡтылыҡ булдырыу, йәғни энергияның арауыҡ аша бирелеүе лә - үҙенә күрә ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс процесстарҙың береһе

Вуз эшмәкәрлеге менән танышырға бөгөн дә Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкә-республикаларҙан да йөҙҙәрсә уҡыусы килгәйне. Күптәр астрономия кафедраһы лабораторияһын үҙ итте. Бында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йыһан, планеталар хаҡында төплө белем алыу мөмкинлеге лә булды.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ