Ҡыҙҙар-егеттәр республикала уҙғарылған Владимир Вернадский исемендәге йәш ғалимдар конкурсы еңеүселәре.
Башҡортостанда өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған бәйгегә быйыл 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителә. Конкурстың маҡсаты: һәләтле балаларға булышлыҡ итеү, уларҙың ижади һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереү. Өфөнөң 94-се лицейында ойошторолған бәйге күргәҙмә формаһында үтә. Икенсе турға үткән 80 уҡыусы үҙҙәренең фәнни эштәрен баһалама ағзалары алдында яҡлай. Асҡын районынан Эмелия Зәйнуллинаның фәнни-практик эше ауылдарындағы шишмәгә бағышланған. Әйткәндәй, ҡатнашыусылар башлыса экологик темаһына өҫтөнлөк биргән.
6-сы синыф уҡыусыһының эшен баһалама ағзалары юғары баһалай. Эмелия Зәйнуллина ун уҡыусы араһында республика данын Бөтә Рәсәй кимәлендә яҡларға әҙерләнә. Конкурс 8 апрелдән 13-нә тиклем Мәскәүҙә уҙа.





