Үткән ял көндәрендә Сочи ҡалаһында бобслей буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Дүртешәрләп шыуыу ярышында Илвир Хузин сығыш яһаған Александр Касьянов командаһы беренсе урын яуланы.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы был уңайҙан Илвир Хузин һәм уның уҡытыусыһы Рөстәм Фәизовты еңеү менән ҡотлай.





