Өфөнөң Дим биҫтәһе мәктәптәре хәйриә йәрминкәһе ойошторҙо

Уҡыусылар йәрминкәлә үҙҙәре эшләгән ҡул эштәреН, һүрәттәр һәм ата-әсәләре бешергән тәмлекәстәрҙе, шулай уҡ китаптар тәҡдим итте. Ата-әсәләр йыйылышында һатыуҙан килгән аҡсаға 132-се мәктәп алдындағы обелискты төҙөкләндерергә ҡарар ителгән. Обелиск 1967 йылда Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған уҡытыусылар һәм уҡыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған. Белем усағында белдереүҙәренсә, 50 йыл эсендә уға бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнгәне булмаған.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева