Спорт һарайы алдында ҙур байрам

Өфөлә төрки халыҡтары вәкилдәре боронғо байрамдарҙың береһен ҡаршыланы. Наурыз байрамына арнап ун бишләгән милләт вәкилдәре үҙ тирмәләрен биҙәне.

Фото №1 - Спорт һарайы алдында ҙур байрам

Аблабәк Мангишаев Дағстандан. Ул мелиорация институтын тамамлаған һуң, 1977 йылда Башҡортостанға эшкә тәғәйенләнә. Бында үҙ яртыһын таба. Борай районы һылыуына өйләнә. Тамырҙарын онотмай, йыл һайын тыуған яғына ҡайтырға тырыша. Әлеге ваҡытта Дағстанда сәсеүгә тотоналар. Наурыз байрамын бер ваҡытта ла ҡалдырмай. Йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан башҡорт милли мәҙәни автономияһы вәкилдәре байрамға килеүсе ҡунаҡтарҙы думбыра , ҡумыҙ һәм ҡурай моңдарына күмде. Табын ырыуы башҡорттары сығышы, һәлмәк мөнөжәт-көйҙәр бейеү хәрәкәттәре менән бергә үрелде.

Сәхнәлә төрки халыҡтарҙың бейеүҙәре һәм йырҙары яңғырай. Сағыу милли кейемдәрҙәге артистарға һәр кем ҡушылып бейей һәм йырлай. Сәнғәт оҫталарының дуҫлыҡ ауазы сараға килгән һәр кемгә таныш һәм яҡын.

Ниндәй байрам былауһыҙ үтһен?! Бөгөн дә асыҡ утҡа ҡаҙандар аҫылды. Яҡшы былауҙың нигеҙе - дөгө, ит һәм көнсығыш тәмләткестәре. Уны бешереү оҫталары тик ир-егеттәр. Ашнаҡсылар иртәнге етенән байрамға килгән халыҡ өсөн милли аш-һыу әҙерләү менән мәшғүл..

Яҡын Көнсығыш илдәрендә Наурыз байрамын ғәрәптәр килгәнсегә тиклем тамыр йәйеп йәшәгән халыҡтар байрам итеп килгән. Был боронғо байрамды хатта, фарсы һәм ирандарҙың тәүге яҙма барлыҡҡа килгәнсе үк үткәргәндәре хаҡында ла тарихта билдәле.

Наурыз йәки фарсы Яңы йылының иң төп һыйы-боҫланып бешкән былау. Асыҡ утта әҙерләнгән ризыҡ байрамға килеүселәргә бушлай өлөшелә. Халыҡты һыйлап, берләштереүҙән башланған яңы йылдан бөтәһе лә бәрәкәт һәм муллыҡ көтә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
Акции БСТ