Кадеттар балға йыйылды

Өфө районының Булгаков ҡасабаһы лицейы кадеттары өсөн был тәүге бал кисәһе. Ҡыҙҙар ҡупшы күлдәктәрҙә, сәстәрендә килешле прическа. Егеттәр мөһабат һәм хәрби кейемдә.

Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залы бөгөн батша заманындағы йәштәр тормошон хәтерләткән кеүек. Вальс, полонез бейеүҙәренә 38 пар талғын хәрәкәттәр менән бейей. Уларҙың һәр береһе ике быуат элек башланған бал тарихын ентекле өйрәнгән, йәмғиәттең аҫыл һәм алтын йәштәре тормошон сағылдырған шиғри шәлкемдәрҙе ятлаған, ҡалын романдарҙы уҡыған. Тышҡы ҡиәфәттәре менән дә улар боронғо кадеттарҙан һәм һылыуҡайҙарҙан айырылмай кеүек. Кадеттар тормошондағы яуаплы минуттарҙы тамаша ҡылырға ата-әсәләр ҙә килгән.

Марат Борханов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Был сара беҙҙе боронғо балдар, дуэлдәр һәм хистәр дәүеренә сәйәхәт иттерҙе. Бал мөхитен тыуҙырыу өсөн үҫмерҙәр манералар, хәрәкәттәр, тарих өйрәнгән, мәғлүмәт туплаған. Беҙ өлкәндәр үҙебеҙҙе шул ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында йөрөгәндәй хис иттек».

Авторы: Гүзәлиә Борханова