Бөгөн ошо айҡанлы Өфөлә яҙыусыға ҡуйылған бюст эргәһендә митинг үтте. Сарала шәхестең туғандары, Күгәрсен районынан яҡташтары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар халыҡ яҙыусыһының һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Әҙибәнең тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан юбилей саралары республикала йыл дауамында бара.





