Үткән ялдарҙа, Спорт һарайы алдында ит һатыу ойошторолдо. Килеүселәргә һыйыр, һарыҡ, йылҡы, сусҡа, ҡуян, ҡош иттәре тәҡдим ителде.
Һатып алыусылар өсөн балыҡ, бал, май, йәшелсә һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһынан мул һайлау мөмкинлеге булдырылды. Был йәрминкәлә ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат-хеҙмәте.
Аҙыҡ-түлекте Ауырғазы, Благовещен, Дәүләкән, Иглин һ.б. Башҡортостан райондары фермерҙары һатыуға сығарҙы.





