Йәкшәмбегә ҡарай төндө, 25 мартта, Өфөлә “Газель” йөк машинаһы тулыһынса янып бөтә. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.
Ваҡиға Ушакова урамында теркәлә. 05:08 сәғәттә “Газель”дың яныуы тураһында хәбәр ителә. Ут һүндереүселәр фажиғә урынына сыға һәм 06:01 янғынды һүндерә. Автомобиль тулыһынса янып бөтә.
Янғындан ҡаза күреүселәр юҡ.





