Өфөлә 22 йәшлек рапирасының үлем сәбәптәрен асыҡлайҙар

22 йәшлек Татьяна Голосеева үлеме буйынса енәйәт эше асылды. 2018 йылдың 15 февралендә ул дауаханаға эләгә, шул уҡ көндөң кисендә вафат була.

Фото №1 - Өфөлә 22 йәшлек рапирасының үлем сәбәптәрен асыҡлайҙар

Ҡыҙ йөрәк ауыртыуына һәм тын алыуы ҡыйынлығына зарланған. Татьяна коронарография үткәргән ваҡытта йән биргән. Үлем сәбәбен - йөрәк патологияһы, тип иғлан итә медиктар.

Хәҙер хәл-ваҡиға сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай. Шаһиттарҙан һорау алына. Йыйылған медицина документтарын башҡа төбәктең эксперттарына ебәреләсәк.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ